+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 11:54

Модель китапханалар булдырыу өсөн конкурс мартта башлана

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә модель китапханалар булдырыу дауам итә. Киләһе йылда муниципаль модель китапхана булдырыу өсөн һайлап алыу конкурсына ғаризаны 23 марттан алып 9 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә модель китапханалар булдырыу дауам итә. Киләһе йылда муниципаль модель китапхана булдырыу өсөн һайлап алыу конкурсына ғаризаны 23 марттан алып 9 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Үткән йылда Рәсәйҙең 78 төбәгенән 500 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһынан 110 китапхана еңеүсе тип табылған. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда Благовар, Дүртөйлө, Туймазы райондарында өс модель китапхана эш башлаясаҡ. Уларҙы булдырыу өсөн федераль бюджеттан 20 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Был проекттың маҡсаты – күрһәткән хеҙмәттең сифатын күтәреү, китапханаларҙың фондын арттырыу, интернетҡа сығыу мөмкинлеген тәьмин итеү, заманса китапханалар селтәре булдырыу. Уҡыусыларҙың заманса фәнни һәм нәфис әҙәбиәт өлгөләре, цифрлаштырылған матбуғат саралары менән танышыу мөмкинлеге артасаҡ. Шулай уҡ модель китапханаларҙа түңәрәктәр, консультация пункттары, бәхәс клубтары эшләйәсәк, мәҙәни-ағартыу саралары үтәсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: