+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 11:19

Коронавирус Ҡытайҙан үтеп инергә тейеш түгел

#ВладимирПутинБөтә донъяны шомға һалған вирустың Рәсәйгә үтеп инеүенә юл ҡуймаҫҡа – был килеп тыуған хәлдә ҡуйылған бурыстарҙың иң юғарыһы. Тик хәҙерге үтә мобиль заманда уны үтәп сығыу, ғөмүмән, мөмкин түгел. Ҡурҡыныс һалыу беҙҙең илгә февраль урталарында килеп етәсәк, тип фаразлай табиптар.

#ВладимирПутин
Бөтә донъяны шомға һалған вирустың Рәсәйгә үтеп инеүенә юл ҡуймаҫҡа – был килеп тыуған хәлдә ҡуйылған бурыстарҙың иң юғарыһы. Тик хәҙерге үтә мобиль заманда уны үтәп сығыу, ғөмүмән, мөмкин түгел. Ҡурҡыныс һалыу беҙҙең илгә февраль урталарында килеп етәсәк, тип фаразлай табиптар.
Кисә Владимир Путин ошо мәсьәләгә ҡағылышлы кәңәшмә үткәрҙе. Ҡытайҙан коронавирус Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә килеп ингән осраҡта властарының төп бурысы – мөмкин тиклем үлем осраҡтарына юл ҡуймаҫҡа, тигән бурыс ҡуйҙы Президент. Кәңәшмәлә Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова ҡатнашты.
Билдәһеҙ сәбәптән үпкә шешеү осраҡтары 2019 йылдың декабрендә Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында теркәлгәйне. Тикшереүҙәр һалыуҙың сәбәпсеһе коронавирустың яңы 2019-nCoV төрө икәнен асыҡланы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көндә Ҡытайҙа 5974 кеше ауырыу йоҡторған, шуларҙың 132-һе мәрхүм булған. Сир шулай уҡ Гонконгта, Макаола, Тайванда, Таиландта, Японияла, Көньяҡ Кореяла, Вьетнамда, Сингапурҙа, Непалда, Малайзияла, Австралияла, США-ла, Канадала, Францияла и Германияла теркәлгән.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: