#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Республикабыҙҙа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға етди иғтибар бирелә. Былтыр, мәҫәлән, ошо проект аҡсаһына 374 километр юл ремонтланған (шуның 47 километры –Өфөлә), 39 светофор ҡуйылған, 10,4 километр оҙонлоғондағы юл яҡтыртылған, юл ситтәре буйлап 6,6 мең метр кәртә һуҙылған. Эштәр 353 объектта алып барылған.
Был милли проектҡа ярашлы артабан да ҙур эштәр башҡарыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, киләһе юл-төҙөлөш сезонына конкурс йомғаҡтары буйынса урамдарҙы ремонтлаусы подрядсылар билдәләнгән. Мәҫәлән, Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 20 километр самаһы 28 участканы ремонтлау планлаштырыла. Юл хәрәкәте менән автоматлаштырылған идара итеү системалары, йәйәүлеләр йөрөй торған ерҙән 1,2 мең метр юл ситен билдәләүсе кәртәләр, светофорҙар ҡуйыу күҙҙә тотола. Стәрлетамаҡта дөйөм оҙонлоғо 15 километр тәшкил иткән 13 юл участкаһы тәртипкә килтереләсәк. Шулай уҡ 11 светофор объекты, 248 юл билдәһе урынлаштырыласаҡ.
Проект федераль һәм республика бюджеттарынан тигеҙ өлөштә финанслана.