Иртәгә, 30 ғинуарҙа, Юғары сауҙа майҙанында (Ҡунаҡһарай алдында) “Еңеүгә тиклем 100 көн” стелаһын асыу тантанаһы була. Стеланы асыу юҡҡа ғына был көнгә билдәләнмәгән. Нәҡ 30 ғинуарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем йөҙ көндөң кире иҫәбе башлана.
Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарының, илһөйәрҙәр, йәмәғәт берләшмәләре клубтарында тәрбиәләнеүселәрҙең һәм абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашасыуы көтөлә. Программаға хәрби йырҙар, күрһәтмә сығыштар индерелгән. “Арғымаҡ” төркөмө сараның уртаһында буласаҡ.
Өфө ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын “Еңеүгә тиклем 100 көн” стелаһын асыу тантанаһына саҡырабыҙ. Башланыу ваҡыты – 17.00 сәғәттә.