+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 11:15

Төркиә менән бәйләнештәр нығый

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда эшлекле саралар тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, Төрөк Республикаһы менән бәйләнештәр нығый. Билдәле булыуынса, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү эштәре тергеҙелде. Уның генераль подрядсы – Төркиәнең Limak компанияһы.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда эшлекле саралар тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, Төрөк Республикаһы менән бәйләнештәр нығый. Билдәле булыуынса, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү эштәре тергеҙелде. Уның генераль подрядсы – Төркиәнең Limak компанияһы.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан етәкселеге төрөк бизнесмендары менән «Өфө» аэропортында ҙур транспорт терминалы, шулай уҡ Көрәш һарайы, Волейбол һарайы төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. 31 ғинуарҙа Өфөгә еңел сәнәғәт форумына Төркиәнән ҙур делегация килеүе көтөлә.
2009 йылдан «Төркиә һауа юлдары» авиакомпанияһы тарафынан Өфө менән Истанбул араһында даими бәйләнеш булдырылғайны. Март айынан авиакомпания рейстар йышлығын аҙнаһына өстән дүрткә тиклем арттырырға йыйына, тип хәбәр итә «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: