+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 12:18

Һөт кухнялары тергеҙелә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостанда һөт кухнялары селтәрен барлыҡҡа килтереү өсөн 183,96 миллион һум аҡса тотонолған. БР сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, әле республикала барыһы дүрт ерҙә һөт аҙыҡтары етештерелә: Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Белоретта, Октябрьскийҙа. Барыһы 84 өләшеү урыны бар. Һөт урындағы етештереүселәрҙән алына. Әле бер тәүлектә 20 тонна һөт эшкәртелә. Үткән йылдың июленән декабренә тиклем 242 тонна һөт эшкәртелгән, 1,2 миллион порция аҙыҡ сығарылған.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан #Демография
Башҡортостанда һөт кухнялары селтәрен барлыҡҡа килтереү өсөн 183,96 миллион һум аҡса тотонолған.
БР сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, әле республикала барыһы дүрт ерҙә һөт аҙыҡтары етештерелә: Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Белоретта, Октябрьскийҙа. Барыһы 84 өләшеү урыны бар. Һөт урындағы етештереүселәрҙән алына. Әле бер тәүлектә 20 тонна һөт эшкәртелә. Үткән йылдың июленән декабренә тиклем 242 тонна һөт эшкәртелгән, 1,2 миллион порция аҙыҡ сығарылған.
Һөт кухнялары тергеҙелеү һөҙөмтәһендә 120 эш урыны булдырылған. Республикала һөт ризығы менән 6461 бала тәьмин ителгән. Продукция республика буйынса 68 сауҙа нөктәһендә һатыла. Ул мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре рационына ла инә.
Предприятиеның бюджеттан тыш эшмәкәрлегенән килем 3 миллион 219 мең һум тәшкил иткән. Был аҡса һөт аҙыҡтарын етештереүҙе камиллаштарыуға һәм сығымдарҙы кәметеүгә тотоноласаҡ.
Тиҙҙән Сибайҙа һәм Иглин ҡасабаһында ла һөт кухнялары асылыуы көтөлә. Радий Хәбиров шулай уҡ һөт аҙыҡтарын етештереү урынын Мәсәғүттә булдырырға тәҡдим итте.
Һөт кухняларының тергеҙелеүе Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән “Демография” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: