+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 12:26
Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы президиумы составына инде
#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы президиумының яңы составын раҫланы. Уға һигеҙ төбәк башлығы ингән. Улар: Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочаров, Ҡабарҙы-Балҡар башлығы Казбек Коков, Сахалин өлкәһе губернаторы Валерий Лимаренко, Тверь өлкәһе губернаторы Игорь Руденя, Алтай крайы губернаторы Виктор Томенко, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков.
#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы президиумының яңы составын раҫланы. Уға һигеҙ төбәк башлығы ингән. Улар: Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочаров, Ҡабарҙы-Балҡар башлығы Казбек Коков, Сахалин өлкәһе губернаторы Валерий Лимаренко, Тверь өлкәһе губернаторы Игорь Руденя, Алтай крайы губернаторы Виктор Томенко, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков.
Дәүләт Советы президиумының персональ составы Рәсәй Президенты тарафынан билдәләнә һәм ярты йылға бер тапҡыр алмашына. Президиумдың бурысы – Дәүләт Советы ултырыштары көн тәртибен ҡарау, шулай уҡ ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙы анализлау.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Автор:
Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: