-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 12:16

Иң мөһиме – халыҡ баһаһы

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБыйыл республикабыҙҙа 1151 күп фатирлы йортта 3382 подъезд ремонтланасаҡ. Башҡарыласаҡ эштәр исемлегенә подъезға ингән урындағы баҫҡыс яндауырҙарын тәртипкә килтереү, беренсе ҡат иҙәненә плитка түшәү, түшәмде, ишек яңаҡтарын ремонтлау һәм башҡа эштәр өҫтәлгән. Былар барыһы ла былтырғы тәжрибәне иҫәпкә алып индерелгән.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Быйыл республикабыҙҙа 1151 күп фатирлы йортта 3382 подъезд ремонтланасаҡ. Башҡарыласаҡ эштәр исемлегенә подъезға ингән урындағы баҫҡыс яндауырҙарын тәртипкә килтереү, беренсе ҡат иҙәненә плитка түшәү, түшәмде, ишек яңаҡтарын ремонтлау һәм башҡа эштәр өҫтәлгән. Былар барыһы ла былтырғы тәжрибәне иҫәпкә алып индерелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: күп фатирлы йорттарҙа ремонт “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы яһала. Уны ғәмәлгә ашырыуҙа иң мөһиме – кешеләрҙең ҡәнәғәт ҡалыуы. Төп баһа “Төҙөкләндереү менән ҡәнәғәтлек индексы” буйынса билдәләнә. Уныһы иһә һуңғы һөҙөмтәгә генә түгел, ремонттың ни рәүешле уҙыуына, подрядсының халыҡ менән нисек аралашыуына, аңлатыу эштәре үткәреү-үткәрелмәүенә лә бәйле.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: