Был хаҡта Рәсәй Президентының матбуған хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдерҙе. Киң мәғлүмәт саралары, Владимир Путин менән Владимир Зеленскийҙың 23 ғинуарҙа Израилдә Бөтә донъя Холокост ҡорбандары хәтере форумында осрашыуы ихтимал, тип фараз ҡорғайны. Украина етәксеһенең ошо хаҡтағы мөрәжәғәтенә нигеҙләнгәйне улар.
Көтөлгән осрашыу булманы. “Сараның үтә лә күп яҡлы булыуы сәбәпле был осрашыуҙы ойоштороу, ғөмүмән, мөмкин түгел ине, үкенескә ҡаршы”, - тине Песков. Ул, бөгөнгө көндә ике президент араһында эшлекле һәм үтә лә файҙалы бәйләнеш булдырылған, тине.