+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 11:24

Бер йылда – яңы ике мәҙәниәт усағы

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостанда быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ике яңы мәҙәниәт усағы төҙөләсәк. Уның береһе - Йылайырҙа, икенсеһе Илеш районының Ябалаҡ ауылында. Был хаҡта республика мәҙәниәт министрының урынбаҫары Наталья Лапшина хәбәр итте.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ике яңы мәҙәниәт усағы төҙөләсәк. Уның береһе - Йылайырҙа, икенсеһе Илеш районының Ябалаҡ ауылында. Был хаҡта республика мәҙәниәт министрының урынбаҫары Наталья Лапшина хәбәр итте.
Программа яңы объекттар төҙөлөшөн дә, шулай уҡ иҫке клубтарҙы төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота. Салауат районының Мөрсәлим ауылында яңы клуб төҙөлгән, ә Түбәнге Ҡыйғыла – заманса кинозал.
Дыуан һәм Бөрйән райондарында ҡайтанан төҙөкләндереү эштәре, Миәкәлә капиталь ремонт башҡарылған. Ведомство министры урынбаҫары билдәләүенсә, әле 2020 йылға төбәк проектының паспорты раҫлана.
Яңы төҙөлөш объекттарының урыны билдәләнгән. Ә төҙөкләндереү буласаҡ биналарҙың исемлеге һуңынан асыҡланасаҡ, тине етәксе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк исполкомы эшсе төркөмө ултырышында.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: