#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 72 модулле ФАП алынасаҡ. Улар бар заман талаптарына ла яуап бирә.
57 фельдшер-акушер пунктына федераль бюджеттан аҡса бүленһә, 15-е өсөн республика ҡаҙнаһынан тотоноласаҡ. Бер ФАП өсөн 3 – 5 миллион һум аҡса талап ителә.
Республикала 300 авария хәлендәге фельдшер-акушер пунктын алыштырырға кәрәк. 2019 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы иҫәбенә төҙөлә башлаған 13 фельдшер-акушер пункты ла быйыл эш башлаясаҡ.