+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:58

Президент студенттар менән осрашты

#ВладимирПутин24 ғинуар Рәсәйҙә студенттар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Президент Владимир Путин “Сириус” белем биреү үҙәгендә юғары һөнәри һәм социаль ҡаҙаныштарға ирешкән студенттар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән осрашты. Улар төрлө темаларға әңгәмә ҡорҙо.

#ВладимирПутин
24 ғинуар Рәсәйҙә студенттар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Президент Владимир Путин “Сириус” белем биреү үҙәгендә юғары һөнәри һәм социаль ҡаҙаныштарға ирешкән студенттар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән осрашты. Улар төрлө темаларға әңгәмә ҡорҙо.
Президент осрашыуҙа яңғыраған һорауҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаясағын белдерҙе. Тиҙҙән улар фән буйынса Советта ҡараласаҡ. Унда министрҙар, төбәк вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары етәкселәре менән бер рәттән студенттар ҙа саҡырыласаҡ.
Дүрт йылда “Сириус” үҙәгендә 40 меңдән ашыу һәләтле уҡыусы белем алған. Улар фәндә лә, спорт һәм сәнғәттә лә һынатмай. Күп студенттар – олимпиадаларҙа еңеүсе, Берҙәм дәүләт имтихандарында иң юғары балл йыйыусы.
“Сириус” белем биреү үҙәгенең эш маҡсаты – сәнғәт, спорт, фән, техник ижад өлкәһендә юғары уңыштарға ирешкән һәләтле балаларҙы күреү, үҫтереү һәм һөнәри ярҙам күрһәтеү.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: