+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:16

Ипотека ставкаһы – 3,5 процент!

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБыл уйҙырма түгел, ә республикала эшләп килгән «Торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау» программаһын ғәмәлгә ашырыу тәртибенә индереү өсөн әҙерләнгән үҙгәрештәр проектында ҡаралаған сараларҙың береһе.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Был уйҙырма түгел, ә республикала эшләп килгән «Торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау» программаһын ғәмәлгә ашырыу тәртибенә индереү өсөн әҙерләнгән үҙгәрештәр проектында ҡаралаған сараларҙың береһе.
Программаға ярашлы, банк менән килешеү нигеҙендә махсус иҫәп асып, унда ай һайын өс меңдән алып ун мең һумға тиклем аҡса индереп барырға кәрәк. Республика үҙ сиратында һеҙҙең иҫәпкә шул сумманың өстән бер өлөшө күләмендә аҡса күсерә. «Торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау» программаһында 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Ул 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. 2017 йылдың июненән йылына 7 процент менән беренсе ипотека кредиттарын биреү башланды, бөгөнгө көндә программа менән ике меңдән ашыу кеше файҙаланған.
Сер түгел, йәштәр йыш ҡына ғаилә ҡороуҙы, бала табыуҙы торлаҡ мәсьәләһенең хәл ителмәүе арҡаһында кисектерә килә. Тыуым проблемаһы бик киҫкен торған хәҙерге заманда фатир алыуҙа дәүләт ярҙамы үтә лә мөһим. Атап үтелгән программаның уңышлы эшләүе “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа, һис шикһеҙ, ҙур этәргес буласаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: