+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:47

Бала - бәхет

Республикала “Башҡортостан балалары – бәхет” тип аталған кампания старт алды. Ул бала табыу кешенең үҙе, милләт, республика һәм дәүләт өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлатыу бурысын ҡуя. Бөгөн Рәсәй демографик “соҡор” осорон кисерә. Был – һуғыш йылдарында тыуымдың ҡырҡа кәмеүе, шул быуын вәкилдәре 60-сы йылдар аҙағында, 70-се йылдар башында ғүмер биргән балаларҙың аҙ булыуы һәм үҙ сиратынды 90-сы йылдарҙа ейән-ейәнсәрҙәренең тыумай ҡалыуының эҙемтәһе. Киҫкен был проблеманы ғаиләләрҙең күп балалы булыуы хәл итә алыр ине.

Башҡортостанда ундай ғаиләләр юҡ түгел. Республикала бөтәһе 46 меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнә. Биш һәм унан да күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә айырыуса ихтирамға лайыҡ. Уларҙың фиҙаҡәрлеге «Әсәлек даны» миҙалы менән билдәләнә. Миҙал 1998 йылда булдырылған, ошо ваҡыт эсендә уға 8 меңдән ашыу әсә лайыҡ булды. 2019 йылда награда тантаналы шарттарҙа 300 ҡатын-ҡыҙға тапшырылды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: