+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:18

Абортты туҡтатҡан һәр табибҡа – 5 мең һум премия

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостанда аборттар һанын кәметеү һәм тыуымды арттырыу буйынса ведомство-ара проект эшләнгән. “Ғүмер бүләк ит” программаһы 2024 йылға тиклем дауам итә.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда аборттар һанын кәметеү һәм тыуымды арттырыу буйынса ведомство-ара проект эшләнгән. “Ғүмер бүләк ит” программаһы 2024 йылға тиклем дауам итә.
Башлыса, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт министрлыҡтары, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡатнашлығында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында, ауыр тормош шарттарында ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар үҙәктәрендә медицина-социаль ярҙам кабинеттары төҙөү, социаль хеҙмәтләндереүҙәр ойоштороу, йөклөлөктө һаҡлау буйынса тапшырыуҙар һәм социаль роликтар төшөрөү, был эшкә дин әһелдәрен йәлеп итеү күҙ уңында тотола.
“Ғүмер бүләк ит” программаһында билдәләнеүенсә, аборт яһатыуҙың 75 проценты ҡатын­-ҡыҙҙарҙың эске ҡурҡыу кисереүе менән бәйле. Ғәмәлдә иһә бала тапҡан ҡатындарҙың тормошо бер нисә осраҡта ғына киҫкенләшүе мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы ғаиләләр ғәҙәти, уңайлы тормош шарттарынан баш тартырға теләмәй. Бына ошонда юғары квалификациялы белгестәрҙең ярҙамы талап ителә лә инде.
Был программаны тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 25 миллион һум аҡса – йыл һайын 5 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Уның эсендә ҡатын-ҡыҙҙы аборт аҙымынан туҡтатҡан һәр табибҡа 5 мең һум премия билдәләнгән.
90-сы йылдар башынан алып илдә демография проблемаһы киҫкенләшә. Статистика буйынса бөтә илдә үлем осраҡтары тыуымға ҡарағанда ла күберәк. Был хәлде Президент Владимир Путин дөйөм милли проблема тип атаны. Ил етәксеһе Указы буйынса “Демография” милли проекты тыуымды арттырыу һәм үлемде кәметеү буйынса бик күп комплексы программаларҙы үҙ эсенә алған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: