-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 16:29

600 мең һум алыусы ғаиләләр арта

Республикабыҙҙа 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр 600 мең һум бер тапҡыр бирелеүсе түләү аласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың 30 декабрендә ҡарар ҡабул итте.

Элек был түләүҙе алыу өсөн ғаиләлә һигеҙ баланың да бәлиғ булмауы мотлаҡ ине. Һигеҙенсе сабый тыуыуға уларҙың оло апаһының, ағаһының ун һигеҙ йәше тулып киткәндә ғаилә ҙур дәүләт ярҙамынан тороп ҡала торғайны. Хәҙер, 600 мең һум 23 йәшкә ҡәҙәрге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бирелә башлағас, уны алыусылар өсләтә артасаҡ – 132-гә етәсәк. Был маҡсатта республика бюджетына 2020 йылға өҫтәмә рәүештә 52 миллион һум һалына. Балалар уҡыймы, эшләп йөрөймө – мөһим түгел. Ғаиләләрҙең республикабыҙҙа даими өс йыл йәшәүе шарт.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: