+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 12:25

Виртуаль концерт залдары булдырыласаҡ

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБыйыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ишембай районындағы һәм Сибайҙағы балалар сәнғәт мәктәптәре виртуаль концерт залдары булдырыу өсөн берәр миллион һум аҡса аласаҡ.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ишембай районындағы һәм Сибайҙағы балалар сәнғәт мәктәптәре виртуаль концерт залдары булдырыу өсөн берәр миллион һум аҡса аласаҡ.
Федераль конкурста еңеүсе тип табылған был мәктәптәр бирелгән аҡсаны залдарҙы йыһазландырыу өсөн махсус техник һәм технологик ҡорамалдар алыу, уларҙы ҡороу, юғары тиҙлекле интернетҡа тоташыу өсөн тотонасаҡ.
Виртуаль концерт залдарында Мәскәү дәүләт филармонияһы концерттары тапшырыла.
2024 йылға тиклем республикала алты виртуаль концерт залы булдырыу планлаштырыла.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: