+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 11:25

Әсәлек капиталындағы үҙгәрештәр яҙ айҙарына ғәмәлгә инә

#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанИл хөкүмәте әсәлек капиталы хаҡындағы норматив акттарҙы яҡын айҙарҙа әҙерләйәсәк. Был хаҡта Президент Владимир Путин Липецк өлкәһенә сәфәре барышында хәбәр итте. Дәүләт башлығының әйтеүенсә, йыллыҡ мөрәжәғәтнамәлә ҡаралған бөтә проекттар ҙа билдәләнгән ваҡытҡа ғәмәлгә ашырыласаҡ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Ил хөкүмәте әсәлек капиталы хаҡындағы норматив акттарҙы яҡын айҙарҙа әҙерләйәсәк. Был хаҡта Президент Владимир Путин Липецк өлкәһенә сәфәре барышында хәбәр итте. Дәүләт башлығының әйтеүенсә, йыллыҡ мөрәжәғәтнамәлә ҡаралған бөтә проекттар ҙа билдәләнгән ваҡытҡа ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Хәҙер әсәлек капиталы беренсе балаға ла бирелә, уның күләме – 466 617 һум. Ә икенсе балаға ул 150 мең һумға арттырыла. Был 2020 йылдың 1 ғинуарында тыуған балаларға ҡағыла.
Әсәлек капиталында ҡаралған аҡсаларҙы ата-әсәләр ипотеканы ҡаплауға, шәхси йорт төҙөлөшөнә, баланың белеменә, балалар баҡсаһын өлөшләтә түләүгә һалырға мөмкин. Бынан тыш, әсәлек капиталында ҡаралған аҡсаларҙы ҙур булмаған сумма менән ай һайын алырға була.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: