+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 11:09

Мәктәптә туҡланыу ҡаты күҙәтеү аҫтына алына

#ВладимирПутинКисә Липецк өлкәһенә эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин урындағы йәмәғәтселек менән осрашты һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләһенә ҡағылып, ил етәксеһе был өлкәлә етди үҙгәрештәр көтөлө, тине.

#ВладимирПутин
Кисә Липецк өлкәһенә эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин урындағы йәмәғәтселек менән осрашты һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләһенә ҡағылып, ил етәксеһе был өлкәлә етди үҙгәрештәр көтөлө, тине.
Башланғыс синыфтарҙы йылы аш менән бушлай тәьмин итеү тураһында Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән бурыстан тыш, балаларҙы ашатыуҙың сифатын күтәреү буйынса ла етди эштәр билдәләнгән. Мәктәптәргә ризыҡ ташыған ойошмаларға талап арта. Сифатһыҙ аҙыҡ-түлек өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Әле хөкүмәттә был турала тәҡдимдәр әҙерләнә. Президент шулай уҡ мәктәптә туҡланыу өсөн төбәктәрҙең үҙендә етештерелгән аҙыҡ продукцияларын файҙаланырға кәрәк, тип белдерҙе.
Был мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 20 ғинуарҙа республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә күтәргәйне инде. Ул миҫалға мәктәптәрҙә уҡыусыларға Бразилиянан килтерелгән ит ризыҡтары биргән Кушнарен районын килтерҙе һәм тиҙ арала бындай етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: