+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 12:11

Экспортерҙарға дәүләт ярҙамы арта

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостанда быйыл экспортерҙарға дәүләт ярҙамы киңәйеүе көтөлә. Әле БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты төбәк бюджетынан сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар етештереүсе-резиденттарға субсидия биреү тәртибен эшләгән.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда быйыл экспортерҙарға дәүләт ярҙамы киңәйеүе көтөлә. Әле БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты төбәк бюджетынан сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар етештереүсе-резиденттарға субсидия биреү тәртибен эшләгән.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә әҙерләнгән.
Экспортерҙарға өлөшләтә субсидия биреү буйынса республика программаһы үткән йылдың июнендә тормошҡа ашырыла башлаған. 2019 йылда программа менән 39 предприятие файҙаланған. Экспортланған тауарҙың суммаһы 1,2 миллиард һум, ә транспорт хеҙмәте өсөн 75,3 миллион һум тәшкил иткән.
Быйыл сит илгә тауар сығарыуға экспортерҙарға өлөшләтә субсидия биреүгә үткән йылға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк аҡса бүленәсәк һәм ул 80 миллион һум тәшкил итәсәк. БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов әйтеүенсә, дәүләт ярҙамының был төрө проекттың көнүҙәклеге һәм кәрәклеге менән бәйле.
Башҡортостан миҫалында ошондай программалар Ленинград һәм Силәбе өлкәләрендә лә ҡабул ителгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: