-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 11:03
Дәүләт Советының статусы нығытыла
#ВладимирПутинБөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡараясаҡ. Уны Парламентҡа Президент Владимир Путин индерҙе.
#ВладимирПутин
Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡараясаҡ. Уны Парламентҡа Президент Владимир Путин индерҙе.
Атап әйткәндә, ил башлығы төп документта Дәүләт Советы статусын нығытырға тәҡдим итә. Документҡа аңлатма яҙмаһында билдәләнеүенсә, дәүләт власы органдарының берлектәге эшмәкәрлеген тәьмин итеү маҡсатында Дәүләт Советын Рәсәй Президенты раҫлай. Советтың статусы федераль закон менән билдәләнә.
Мәғлүм булыуынса, Президент Владимр Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә, Дәүләт Советының ролен һәм статусын Конституцияла нығытыу хаҡында белдергәйне.
Бынан тыш Президенттың закондар проектына ярашлы, урындағы үҙидаралыҡ һәм дәүләт власы органдары берҙәм системаға инеп, дәүләт әһәмиәтендәге эштәрҙе берлектә алып барырға тейеш.
Фото Дәүләт Думаһы сайтынан алынды.
Автор:
Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?