+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 11:14

Сүп-сар сығарыуҙы махсус программа көйләй

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан #ЭкологияБилдәле булыуынса, “Экология” милли проекты сиктәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу йәһәтенән республикала күләмле саралар тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта райондарҙа һәм ҡалаларҙа көнкүреш ҡалдыҡтарын айырыу буйынса 14 комплекс эшләп килә. Мәҫәлән, Ишембайҙағы сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы йылына 200 мең тонна ҡалдыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә. Уға 600 миллион һум инвестиция һалынған. Ул Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, эргә-тирәләге райондарҙан ҡалдыҡтар ҡабул итә.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан #Экология
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты сиктәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу йәһәтенән республикала күләмле саралар тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта райондарҙа һәм ҡалаларҙа көнкүреш ҡалдыҡтарын айырыу буйынса 14 комплекс эшләп килә. Мәҫәлән, Ишембайҙағы сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы йылына 200 мең тонна ҡалдыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә. Уға 600 миллион һум инвестиция һалынған. Ул Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, эргә-тирәләге райондарҙан ҡалдыҡтар ҡабул итә.
Республикала 2 мең 900 сүплекте юҡҡа сығарыу, ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн 9 меңдән ашыу майҙансыҡ әҙерләү, тағы 10 полигон һәм сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы төҙөү һәм башҡа эштәр планлаштырылған. Ошо маҡсатта 36 миллиард һум аҡса йәлеп ителәсәк. Бөгөнгө көндә иһә төбәк операторҙары барлыҡ муниципалитеттар буйынса подрядсылар менән быға тиклем сүп-сар сығарылмаған ауылдарҙа эш башлау тураһында килешеүҙәр төҙөй.
Быйыл шулай уҡ Башҡортостанда ҡалдыҡтар йыйыуҙы һәм сығарыуҙы автоматлаштырылған күҙәтеү системаһы эшләй башлаясаҡ. Датчиктар контейнерҙарҙың тулыуы хаҡында сигнал ебәрә, сүп-сар ташыусыларҙың маршрутттарын оптималләштерергә мөмкинлек бирә. Хәҙерге ваҡытта 10 222 контейнер майҙансығы – уларҙың 60 процентҡа яҡыны – һанлы формаға күсерелгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: