+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 11:29

Башҡортостандың биш районына автоклубтар алыуға субсидия бирелә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБыйыл республиканың Тәтешле, Ҡариҙел, Нуриман, Йылайыр һәм Баймаҡ райондары урындағы халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн махсуслаштырылған автотранспорт һатып аласаҡ.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Быйыл республиканың Тәтешле, Ҡариҙел, Нуриман, Йылайыр һәм Баймаҡ райондары урындағы халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн махсуслаштырылған автотранспорт һатып аласаҡ.
Ошо хаҡтағы ҡарарға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Ул “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, биш мобил мәҙәни комплекстың дөйөм хаҡы 23 миллион һум.
Автоклубтарҙың эсе күп ғәмәлле мәҙәни мөмкинлектәр менән тәьмин ителгән. Унда тауыш, яҡтыртыусы ҡоролмалар, экран һәм күсмә сәхнә бар.
Бының ярҙамында үҙәктән алыҫ йәшәүсе ауыл халҡы төрлө концерт программаларын ҡарау мөмкинлегенә эйә.
“Мәҙәниәт” милли проекты “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт” тигән өс бүлектән тора.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: