+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 11:24

Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың капиталь ремонты өсөн хаҡ арта

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБелгестәр әйтеүенсә, әлеге тариф бынан алты йыл ҡанунлаштырылған һәм шунан алып үҙгәртелмәгән.Быйылдан биш һәм унан түбәнерәк ҡатта йәшәгән фатир хужалары өсөн иғәнә күләме квадрат метр өсөн 6,9 һум буласаҡ. Быға тиклем был хаҡ 5,2 һум тирәһендә ине. Ә бейек ҡатлы йортта йәшәүселәр иһә 7,5 һумдан түләйәсәк.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Белгестәр әйтеүенсә, әлеге тариф бынан алты йыл ҡанунлаштырылған һәм шунан алып үҙгәртелмәгән.
Быйылдан биш һәм унан түбәнерәк ҡатта йәшәгән фатир хужалары өсөн иғәнә күләме квадрат метр өсөн 6,9 һум буласаҡ. Быға тиклем был хаҡ 5,2 һум тирәһендә ине. Ә бейек ҡатлы йортта йәшәүселәр иһә 7,5 һумдан түләйәсәк.
Төбәк операторының аңлатыуынса, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә уртаса хаҡ күптән кадрат метры өсөн 9,8 һум тирәһендә билдәләнгән. Ә Башҡортостанда ул ике тапҡырға кәмерәк булған. Хаҡтың артыуы тәбиғи, сөнки төҙөлөш материалдары һәм эштәрҙең баһаһы ла бер урында тормай. Башҡортостан хөкүмәте иҡтисади йәһәттән нигеҙләнгән тарифтар урынлаштырған.
Республикала капиталь ремонт үткәреүҙең 30 йыллыҡ планына 17 мең йорт индерелгән. Иғәнә күләмен кәмерәк йыйыу, тимәк, был йорттарҙы капиталь ремонтһыҙ ҡалдырыу тигән һүҙ, ти белгестәр.
Артабан капиталь ремонт өсөн иғәнә күләме инфляция кимәленә ҡарап индексациялана барасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: