+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 14:35

Зөһрә Гордиенко – Ҡыйғы районы етәксеһе!

Бөгөн беҙ тарихи ваҡиғаға шиһитбыҙ, тип әйтергә мөмкин. Сөнки Башҡортостанда тәүге тапҡыр район етәксеһе итеп ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнде – Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы Гордиенконы Ҡыйғы район Советы депутаттары бер тауыштан район башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп раҫлап ҡуйҙы.

Уның кандидатураһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе тәҡдим итте һәм Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙының профессиональ һәләтен һәм эшлеклелек сифатын юғары баһаланы.
Зөһрә Гордиенко сығышы менән Учалы районынан. Ғүмере буйы социаль өлкәлә хеҙмәт иткән, һуңғы һигеҙ йылда Учалы район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын биләгән.
Элекке башлыҡ Шамил Мөхәмәтдинов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай аппаратына эшкә күсә, тип белдерҙе Радий Фәрит улы һәм, уның эшен юғары баһалап, Салауат Юлаев ордены тапшырҙы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: