#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күтәреү, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын уңышлы ғәмәлгә ашырыу иң элек был өлкәлә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә ҡайтып ҡала. Ил етәксеһе Владимир Путин юҡҡа ғына үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә табиптар әҙерләүгә ҡағылышлы һорауға айырым туҡталманы.
Кисә Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, 2019 йылда республика дауаханаларында эшләүсе медицина хеҙмәткәренең һаны 353 кешегә артты, тип хәбәр итте. Йәмғеһе 1816 кеше эштән китһә, йыл дауамында һаулыҡ һаҡлау тармағына 2169 белгес эшкә йәлеп ителгән. 2020 йылда был айырма күрһәткесен 500-гә еткереү планлаштырыла.