#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Башҡортостан уҡыусыларына түңәрәктәр һәм секциялар өсөн түләү сертификаттары республиканың бөтә район һәм ҡалаларында ла индерелә.
Был үҙгәреш ағымдағы йылдың 1 сентябренән көтөлә. Балаларҙың мәктәптән тыш шөғөлдәре өсөн сертификаттың хаҡы – 8800 һум.
Уны 500-гә яҡын балалар учреждениеһындағы төрлө программаларҙа ҡатнашыу өсөн түләргә мөмкин.
Был үҙгәрештең маҡсаты өҫтәмә белем алған балаларҙың аныҡ һанын билдәләү һәм ошо йүнәлештә финанс тәртип урынлаштырыу. Ошо турала Башҡортостан мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр иткән.
Сертификат алыу өсөн p02.навигатор.дети тигән порталда теркәлеү мөһим.
Пилот проекты менән әлегә 36 муниципаль район файҙалана ине. Яңы уҡыу йылынан ул барыһына ла асыҡ буласаҡ.
Был “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” тигән федераль проекты сиктәрендә индерелгән яңыса түләү системаһы.