+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 11:36

Президент Рәсәйҙең Генераль прокуроры вазифаһына Игорь Красновты тәҡдим итте

#ВладимирПутинРәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайка икенсе эшкә күсеү сәбәпле вазифаһынан китә. Ил Президенты Владимир Путин Федерация Советы ҡарауына уның урынына Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләүсе Игорь Краснов кандидатураһын тәҡдим итте.

#ВладимирПутин
Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайка икенсе эшкә күсеү сәбәпле вазифаһынан китә. Ил Президенты Владимир Путин Федерация Советы ҡарауына уның урынына Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләүсе Игорь Краснов кандидатураһын тәҡдим итте.
Юрий Чайка Рәсәй Генераль прокуратураһы менән 2006 йылдан идара итә. Уға тиклем 1999-2006 йылдарҙа Рәсәй юстиция министры булып эшләне.
44 йәшлек Игорь Краснов Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын 2016 йылдан биләй. Ул юстиция генерал-лейтенанты.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: