+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 11:44

Башҡортостанда бәләкәй бизнестың үҫешеүе күҙәтелә

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан2019 йылда Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән. Был аҡсалар эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар булдырыуға, яңы компанияларҙың барлыҡҡа килеүенә һәм яңы өлкәләрҙе үҫешеүенә ярҙам итеүгә, төбәк предприятиеларын яңы баҙарҙарға сығарыуға булышлыҡ итеүгә, финанс ярҙам күрһәтеүгә, шул иҫәптән льготалы финанслауға һалынған. 313 субъект Республика микрокредит компанияһынан 525 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Ун беренә Төбәк лизинг компанияһы 426 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. 142 субъект 7,64 миллиард һумлыҡ льготалы кредит алған.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
2019 йылда Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән. Был аҡсалар эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар булдырыуға, яңы компанияларҙың барлыҡҡа килеүенә һәм яңы өлкәләрҙе үҫешеүенә ярҙам итеүгә, төбәк предприятиеларын яңы баҙарҙарға сығарыуға булышлыҡ итеүгә, финанс ярҙам күрһәтеүгә, шул иҫәптән льготалы финанслауға һалынған. 313 субъект Республика микрокредит компанияһынан 525 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Ун беренә Төбәк лизинг компанияһы 426 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. 142 субъект 7,64 миллиард һумлыҡ льготалы кредит алған.
2024 йылға тиклем Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарында ла “Минең бизнесым” тип аталған үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк. Эшҡыуарлыҡ буйынса республика дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова әйтеүенсә, Өфөлә 2019 йылда – ике, Нефтекамала бер “Минең бизнесым” үҙәге асылған. 2024 йылға тиклем бындай үҙәктәр Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында эш башлаясаҡ. Әлеге мәлдә райондарға мобиль офистар сыға, 52 муниципалитетта консультациялар үткәрелгән. Консультацияларҙы шулай уҡ хакимиәт башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары ла ойоштора.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: