+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:51

Уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн түләү ҡырҡа арта

#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ҙур күләмле социаль түләүҙәр индерелеүе тураһында белдерҙе. Шул иҫәптән уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн түләүҙе арттырыу ҙа ҡарала.

#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ҙур күләмле социаль түләүҙәр индерелеүе тураһында белдерҙе. Шул иҫәптән уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн түләүҙе арттырыу ҙа ҡарала.
Башҡортостанда класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү 2020 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инә. 2019 йылда республика мәктәптәрендә 24 020 класс етәксеһе эшләгән. Бөгөнгө көндә уларға түләү айына уртаса 1983 һум тәшкил итә. Федераль өҫтәмәне, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, класс етәкселәренә яңыса түләү уртаса 7733 һум тәшкил итәсәк, тип белдерәләр Мәғариф министрлығынан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: