+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:29

Сит илдәр менән бәйләнештәр нығый

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанҮткән аҙнала Берлинда асылған 85-се «Йәшел аҙналыҡ-2020» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҡатнаша. Форум барышында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Австрияның федераль ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Һөйләшеүҙәр ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ туризм өлкәләренә ҡағылды һәм хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм киңәйтеү тураһында барҙы.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Үткән аҙнала Берлинда асылған 85-се «Йәшел аҙналыҡ-2020» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ҡатнаша. Форум барышында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Австрияның федераль ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Һөйләшеүҙәр ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ туризм өлкәләренә ҡағылды һәм хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм киңәйтеү тураһында барҙы.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә былтыр Австрия менән ныҡлы бәйләнеш булдырылғайны. Июндә был илдә Башҡортостан вәкиллеге эшләй башланы.
Дөйөм алғанда, республика 2024 йылға сеймалға һәм энергия сығанаҡтарына ҡарамаған тауарҙы сит илдәргә һатыу күләмен ике тапҡырға арттырырға иҫәп тота.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: