+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:27

Президент һуғыш ветерандарына 75 мең һум вәғәҙә итте

#ВладимирПутинВладимир Путин Санкт-Петербургта булды, унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты. Уның барышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы ветерандарға йыл һайын бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 75 мең һум буласаҡ, тип белдерҙе. Тыл хеҙмәткәрҙәре лә мәхрүм ҡалмаясаҡ – уларға 50 мең һум биреү ҡарала.

#ВладимирПутин
Владимир Путин Санкт-Петербургта булды, унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты. Уның барышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы ветерандарға йыл һайын бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 75 мең һум буласаҡ, тип белдерҙе. Тыл хеҙмәткәрҙәре лә мәхрүм ҡалмаясаҡ – уларға 50 мең һум биреү ҡарала.
Президент шулай уҡ дүрт һуғыш ветеранына “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы” юбилей миҙалын тапшырҙы.
Бөгөнгө көндә илдә 60,8 мең һуғыш ветераны һәм инвалиды йәшәй.
Владимир Путин тыуған ҡалаһына Ленинград блокадаһын йырыуҙың 77 йыллығы айһанлы килгәйне.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: