+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2020, 16:00

Сәләмәт быуын – көслө төбәк

Бөгөн, 18 ғинуарҙа, Өфөлә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты сиктәрендә “Яны йыл ғаилә уйындары­ – 2020” фестивале үтә.

Бөгөн, 18 ғинуарҙа, Өфөлә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты сиктәрендә “Яны йыл ғаилә уйындары­ – 2020” фестивале үтә.
“Динамо” стадионының старт майҙансығында 69 ғаилә командаһы осрашты. Улар – муниципаль этап ярыштарының еңеүселәре. Был саралар яңы йыл каникулдары ваҡытында ойошторолғайны.
“Яны йыл ғаилә уйындары – 2020” фестивалендә республика буйынса 300 мең кешеһе ҡатнашты. 13 меңдән ашыу ғаилә командалары өсөн күңелле старттар, спорттың 27 төрө буйынса ғаилә спорт саралары үткәрелде. Күңелле старттарға Башҡортостандың меңдән ашыу мәктәбе ҡушылды. Фестиваль йомғаҡтары буйынса муниципаль берәмектәрҙең иң яҡшы 10 командаһы билдәләнде.
Финалистарҙы бүләкләү тантанаһында республика башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретаре Радий Хәбиров һәм башҡа ведомство етәкселәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Еңеүселәрҙе “Йәшел сауҡалыҡ” һәм “Красноусол” шифаханалары путевкалары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына саҡырыу һәм “Спортмастер” сауҙа үҙәге сертификаттары көтә.
Айһылыу Низамова фотоһы
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: