+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 11:18

Медицина вузына – маҡсатлы йүнәлтмә буйынса

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан“Дауалау эше белгеслеге буйынса бюджет урындарының 70 проценты, педиатрия белгеслеге буйынса 75 проценты маҡсатлы буласаҡ. Маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталар Рәсәй төбәктәре заявкалары буйынса билдәләнәсәк. Улар иһә, үҙ сиратында, йәш белгестәрҙе эш урыны менән тәьмин итергә тейеш”, – тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә. Ул яңы уҡыу йылынан башлап медицина юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү тәртибен ярайһы уҡ үҙгәртергә, бюджет урындарын арттырырға тәҡдим итте. Шулай уҡ ординатураның иң дефицит йүнәлештәре буйынса урындарҙың 100 процентын тиерлек маҡсатлы итергә кәрәк, тип белдерҙе дәүләт башлығы. Унда ингәндә тәүге звенола, айырыуса ауылда эшләп килгән табиптарға өҫтөнлөк бирелергә тейеш.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Дауалау эше белгеслеге буйынса бюджет урындарының 70 проценты, педиатрия белгеслеге буйынса 75 проценты маҡсатлы буласаҡ. Маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталар Рәсәй төбәктәре заявкалары буйынса билдәләнәсәк. Улар иһә, үҙ сиратында, йәш белгестәрҙе эш урыны менән тәьмин итергә тейеш”, – тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә. Ул яңы уҡыу йылынан башлап медицина юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү тәртибен ярайһы уҡ үҙгәртергә, бюджет урындарын арттырырға тәҡдим итте. Шулай уҡ ординатураның иң дефицит йүнәлештәре буйынса урындарҙың 100 процентын тиерлек маҡсатлы итергә кәрәк, тип белдерҙе дәүләт башлығы. Унда ингәндә тәүге звенола, айырыуса ауылда эшләп килгән табиптарға өҫтөнлөк бирелергә тейеш.
Ил Президенты табиптар һәм фельдшерҙарҙың, бигерәк тә ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, бәләкәй ҡалаларҙа эшләүсе аҡ халатлыларҙың торлаҡ проблемаһын хәл итеү менән ныҡлап шөғөлләнеү зарурлығы тураһында ла һөйләне.
Медицина ойошмаларында, айырыуса халыҡҡа тәүге медицина-санитар ярҙамды күрһәтеүсе ойошмаларҙа белгестәр ҡытлығын бөтөрөү һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн мөһим бурыс булып һанала, ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ла иң әһәмиәтлеләрҙең береһе тип билдәләнә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: