Беҙҙә өс һәм унан күберәк бала үҫтереүсе, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йорт һалыу өсөн бушлай ер участкаһы алырға хоҡуҡлы. Ләкин күптәр ерҙе йыш ҡына йә үҙҙәре теләгән урында ала алмай, йә өй төҙөргә мөмкинлеге юҡ, йәиһә фатирҙа йәшәүҙе уңайлыраҡ күрә. Ундай ғаиләләргә ер урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға мөмкин буласаҡ. Әлбиттә, уларға һайлау хоҡуғы биреләсәк: ер алаһығыҙмы, әллә аҡса яҡшыраҡмы?