#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ алып барғанда киң мәғлүмәт саралары, ҡайҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениелары асылыуы, табиптарға ниндәй эш шарттары булдырылыуы, медицина ярҙамы сифаты нисек үҙгәреүе тураһында хәбәр итә. Ә һаулыҡҡа иң ныҡ зыян килтергән, кеше үлеменең күп осраҡта сәбәбе булған эскелеккә ҡарша көрәш күҙ уңынан төшөп ҡала.
Беҙҙең республикала бөгөн эскелек афәтенә ҡаршы етди көрөш бара. Радий Хәбиров башланғысында иғлан ителгән ағыулы спиртлы эсемлектәр һатыуға һәм ҡулланыуға ҡаршы көрәш ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. Башҡортостанда 2019 йылда алкоголдән ағыуланыу осраҡтары 70 процентҡа кәмегән,100 мең кешегә иҫәпләгәндә, күрһәткес – 0,5 осраҡ.
Яңы йылды байрам иткән көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнде. Был турала законды 30 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткәйне. Байрам каникулдары осоронда барған “Суррогат, туҡта” акцияһы ла ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Был осорҙа барлығы 400 рейд үткәрелгән, халыҡтан көмөшкә, суррогат араҡы һатыуҙары тураһында 1086 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Дәүләт сауҙа комитетының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Яңы йыл байрамы көндәрендә Башҡортостан буйынса араҡы һатыу 27 процетҡа кәмегән.
2019 йылда, ғөмүмән, һигеҙ йәшерен араҡы ҡойоу цехы ябылған, 70 мең литр законһыҙ спиртлы эсемлек тартып алынған.