+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:27

Сибайҙа һөт кухняһы асыла

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанТиҙҙән республикабыҙҙа тағы бер һөт кухняһы эшләй башлаясаҡ, был юлы – Сибайҙа.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Тиҙҙән республикабыҙҙа тағы бер һөт кухняһы эшләй башлаясаҡ, был юлы – Сибайҙа.
Быға тиклем һөт кухнялары Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Белоретта асылғайны. Уларҙың һәр береһе тәүлегенә биш тонннаға тиклем һөт эшкәртә. 2019 йылдың июленән алып декабргәсә 1,2 миллион юғары сифатлы һөт продукцияһы етештерелгән. Уларға йогурт, кефир, эремсек инә. Барыһы ла санитар ҡағиҙәләрен һәм нормаларын һаҡлап әҙерләнә. Үткән йылда һөт продукцияһын күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 6400 бала алған.
Һөт кухнялары “Демография” милли проекты сиктәрендә эшләй башланы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: