-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:22

Рәсәй Хөкүмәте отставкаға китте

#ВладимирПутинВладимир Путин үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә ил Конституцияһына етди үҙгәрештәр индереүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр менән сығыш яһағандан һуң, премьер-министр Дмитрий Медведев РФ Хөкүмәтенең тулы составта отставкаға китеүе тураһында иғлан итте.

#ВладимирПутин
Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә ил Конституцияһына етди үҙгәрештәр индереүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр менән сығыш яһағандан һуң, премьер-министр Дмитрий Медведев РФ Хөкүмәтенең тулы составта отставкаға китеүе тураһында иғлан итте.
Был хаҡта ул Президент менән осрашыу мәлендә әйтте. “Беҙ барыбыҙ ҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының мөрәжәғәтнамәһенә шаһит булдыҡ. Владимир Владимирович киләһе яҡын йылдарға ил буйынса бик мөһим эштәр тураһында ғына билдәләп үтмәне унда, ә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төплө үҙгәрештәр индереү кәрәклегенә лә туҡталды”, - тине Дмитрий Анатольевич.
Президент премьер-министр урынына Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустинды тәҡдим итте. Уны был юғары вазифала раҫлау тураһында мәсьәлә бөгөн Дәүләт Думаһы ултырышында ҡарала.
Дмитрий Медведев етәкләгән әлеге Хөкүмәт 2018 йылдың 18 майында эшләй башлағайны. Ул 10 Хөкүмәт рәйесе урынбаҫарынан һәм 22 министрҙан тора ине.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: