+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:30

Башланғыс кластар өсөн туҡланыу түләүһеҙ буласаҡ

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ ҡайнар аш менән тәьмин итеү эшен башлау тураһында белдерҙе.

#ВладимирПутин
Президент Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ ҡайнар аш менән тәьмин итеү эшен башлау тураһында белдерҙе.
Дәүләт етәксеһе әйтеүенсә, был ҡарар бик күп бәхәстәр тыуҙырған. “Төрлө килем алған ғаиләләр өсөн был бик үк ғәҙел дә түгел кеүек. Ләкин кемдер үҙен кәм тоймаһын өсөн, шарттарҙы тигеҙләргә кәрәк”, – тине Президент.
Тәҡдимде тормошҡа ашырыу өсөн федераль, төбәк һәм урындағы ҡаҙна аҡсалары файҙаланыласаҡ. Бынан тыш, мәктәптәрҙә инфроструктураны, ашханаларҙы, буфеттарҙы яңыртыу, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьминиәтте юлға һалыу зарур.
Был эштәр бер ни тиклем ваҡытты аласаҡ. Ә техник әҙерлеге булған мәктәптәрҙә түләүһеҙ туҡланыу 2020 йылдың 1 сентябрендә үк инддерелә. 2023 йылдың уҡыу башынан бөтә мәктәптәр ҙә түләүһеҙ туҡланыуға күсергә тейеш.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: