+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 17:21

Әсәлек капиталы программаһы оҙайтыла

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталы программаһын 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Дәүләт етәксеһе әйтеүенсә, капитал беренсе бала тыуғанда уҡ тапшырыла башлаясаҡ. Уның күләме икенсе бала тыуғандағы кеүек – 466 һум 417 һум буласаҡ.

#ВладимирПутин
Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталы программаһын 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Дәүләт етәксеһе әйтеүенсә, капитал беренсе бала тыуғанда уҡ тапшырыла башлаясаҡ. Уның күләме икенсе бала тыуғандағы кеүек – 466 һум 417 һум буласаҡ.
Ә икенсе балаға әсәлек капиталы 150 мең һумға арттырыла. Шулай итеп, уның күләме, 616 мең һумға етеп, капитал йыл һайын индексациялана барасаҡ.
Президентың сығышында демография мәсьәләһен көйләү йәһәтенән бик мөһим тәҡдимдәр булды. Мәҫәлән ул, өс балаһы булған ғаиләләрҙең ипотека кредиты 450 мең һумға тиклем дәүләт тарафынан ҡапланасаҡ, –тип белдерҙе. Ҡайһы бер төбәктәр өсөн был - ярты фатирҙың хаҡы.
Әсәлек капиталын оҙайтыуҙы элек Федерация Советы ла тәҡдим иткәйне.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: