+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 17:12

Президент сығышы демография проблемаһынан башланды

#ВладимирПутинПрезидент Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен демография темаһынан башланы. Ул, илебеҙ, ҡатмарлы демография осорона аяҡ баҫты, тип әйтеп үтте. Рәсәйҙә күпме бала тыуыуына илебеҙҙең яҙмышы һәм уның тарихи перспективалары бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Киләһе ун йыллыҡ уртаһына халыҡ һанының тотороҡло тәбиғи үҫешен тәьмин итеү мөһим, 2024 йылға тыуыу коэффициенты 1,7-гә етергә тейеш (әле – 1,5), тип билдәләне.

#ВладимирПутин
Президент Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен демография темаһынан башланы. Ул, илебеҙ, ҡатмарлы демография осорона аяҡ баҫты, тип әйтеп үтте. Рәсәйҙә күпме бала тыуыуына илебеҙҙең яҙмышы һәм уның тарихи перспективалары бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Киләһе ун йыллыҡ уртаһына халыҡ һанының тотороҡло тәбиғи үҫешен тәьмин итеү мөһим, 2024 йылға тыуыу коэффициенты 1,7-гә етергә тейеш (әле – 1,5), тип билдәләне.
Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән 16-сы тапҡыр сығыш яһай. Мәскәү Манежына уны тыңларға йыйылыусылар араһында – дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашыраһы кешеләр, властың бөтә тармаҡтары вәкилдәре, министрҙар, төбәк етәкселәре, дипломаттар, төп конфессиялар башлыҡтары, журналистар.

Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: