+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 11:15

Камерала күрә, теркәй, штраф һала

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанБыл аҙна Сибай – Аҡъяр трассаһында фажиғәле юл хәрәкәте ваҡиғаһы менән башланып киткәйне. «Лада Калина» и «Mitsubishi ASX» автомашиналарының төкөшөүе һөҙөмтәһендә ике водитель дә һәләк булды. Аварияла алған тән йәрәхәттәренән кисә пассажир ҡатын үлеп ҡалды, тип хәбәр итә мәғлүмәт агенлыҡтары. Кисә шулай уҡ үлемесле юл хәрәкәте ваҡиғаһы Иглин районында теркәлде. М-5 трассаһында йөк «Газель» машинаһы менән ВАЗ-2110 төкөштө, еңел машина водителенең ғүмере өҙөлдө.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Был аҙна Сибай – Аҡъяр трассаһында фажиғәле юл хәрәкәте ваҡиғаһы менән башланып киткәйне. «Лада Калина» и «Mitsubishi ASX» автомашиналарының төкөшөүе һөҙөмтәһендә ике водитель дә һәләк булды. Аварияла алған тән йәрәхәттәренән кисә пассажир ҡатын үлеп ҡалды, тип хәбәр итә мәғлүмәт агенлыҡтары. Кисә шулай уҡ үлемесле юл хәрәкәте ваҡиғаһы Иглин районында теркәлде. М-5 трассаһында йөк «Газель» машинаһы менән ВАЗ-2110 төкөштө, еңел машина водителенең ғүмере өҙөлдө.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юлдарға видеорегистраторҙар ҡуйыу ошо аяныслы хәлдәрҙе кәметеү маҡсатында эшләнә. Ошо көндәрҙә республика буйынса тағы 150 камера ҡуйылды. Улар Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещенск, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларында авариялар күп теркәлгән юл участкаларын тәүлек әйләнәһенә контролдә тота. Быйыл 1 майға тиклем тағы ла 459 камера сафҡа инәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: