-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 11:42

Тыуымды арттырыу бурысы ҡуйыла

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостанКисә республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә социаль сәйәсәт өсөн яуаплы премьер-министр урынбаҫары Ленара Иванова Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса “Юл картаһы” проекты менән сығыш яһаны. Документҡа ярашлы, өҫтәмә дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә киләһе биш йылда тыуымды 8414 осраҡҡа арттырырға мөмкин.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Кисә республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә социаль сәйәсәт өсөн яуаплы премьер-министр урынбаҫары Ленара Иванова Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса “Юл картаһы” проекты менән сығыш яһаны. Документҡа ярашлы, өҫтәмә дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә киләһе биш йылда тыуымды 8414 осраҡҡа арттырырға мөмкин.
Саралар исемлеге үҙ эсенә ауырҙы төшөрөү осраҡтарын кәметеү, экстракорпораль аталандырыу (ЭКА) процедураһын киң ҡулланыу, йәштәрҙең һаулығына даими иғтибарҙы көсәйтеү, сабыйҙарҙы бағыу хеҙмәтен булдырыу, ғаиләләргә аҡсалата дәүләт ярҙамын арттырыу кеүек йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
“Юл картаһы”н ҡабул итеү бөгөн бигерәк тә мөһим. Сөнки 2019 йылда республикала тыуым 10 процентҡа кәмегән. Һәм, әлбиттә, күрелгән саралар “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа хәл иткес урын биләйәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в