+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 11:38

1 ғинуарҙан әсәлек капиталы күләме артты

Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һумға тиклем күтәрелә. Үткән осор менән сағыштырғанда ул 13,6 мең һумға күберәк.

Индексация 2019 йылдың аҙағына сертификатта тулы йә иһә өлөшләтә күләмдә аҡсаһы булған барлыҡ ғаиләләргә ҡағылды. Билдәле булыуынса, әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балаларҙы уҡытыу, әсәнең пенсияһын арттырыу һәм башҡа ҡайһы бер маҡсаттарҙа тотонорға була.
Капиталды нисек файҙаланыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Пенсия фонды сайтынан алырға мөмкин. Һылтанма - http://www.pfrf.ru/grazdanam/family_capital/.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: