+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 11:13

Земство уҡытыусыһы порталына рәхим итегеҙ

#ВладимирПутинРәсәйҙең мәғариф министрлығы «Земство уҡытыусыһы» мәғлүмәт порталын эшкә индерҙе. Уның ярҙамында педагогтар ауыл ерҙәрендә булған вакансияларға эшкә урынлаша ала.

#ВладимирПутин
Рәсәйҙең мәғариф министрлығы «Земство уҡытыусыһы» мәғлүмәт порталын эшкә индерҙе. Уның ярҙамында педагогтар ауыл ерҙәрендә булған вакансияларға эшкә урынлаша ала.
Портал “берҙәм тәҙрә” системаһы буйынса эшләй. Унда урта профессиональ йәки юғары белеме булған, квалификация талаптарына яуап биргән уҡытыусылар ғариза ҡалдырыу мөмкинлегенә эйә.
“Земство уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыу шартына ярашлы, уҡытыусы ауыл ерендә биш йыл эшләргә, эшенең көсөргәнеше 18 сәғәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Программа сиктәрендә хеҙмәт килешеүе төҙөгән конкурс еңеүселәренә бер миллион һум, ә Алыҫ Көнсығыш федераль округына ҡараған төбәктәрҙә – ике миллион һум компенсация түләнәсәк.
“Земство уҡытыусыһы” программаһы, Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа былтырғы мөрәжәғәтнәмәһендә күрһәтелгән тәҡдим менән тормошҡа ашырыла. Унда һүҙ 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдар, эшсе, ҡала тибындғы ҡасабалар һәм бәләкәй ҡалалар хаҡында бара.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: