#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Туймазы ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы бәләкәстәрҙе ҡабул итә башланы. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән дауалау учреждениеһы бер сменала 300 баланы ҡабул итергә әҙер.
Яңы поликлиниканың майҙаны 5,5 мең квадрат метрҙы биләй. Ул белгестәр, дауалау һәм диагностика ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Тиҙ ярҙам өсөн айырым блок ҡаралған.
Бина балалар медицина учреждениелары өсөн махсус тәҡдим ителгән төҫтәргә буялған. Бында бәләкәстәргә уйнау урыны ла булдырылған. Яңы бинаны төҙөү 2018 йылда башланған, барыһы 336 миллион һум аҡса тотонолған.