Былтыр тәжрибәле табиптарҙың күсмә бригадалары, республикабыҙ ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөп, бик күп ауырыуҙарҙы ҡабул итте. Был мөһим эш быйыл да туҡтатылмаясаҡ. Нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, балалар һәм өлкәндәр кардиологы, невролог, эндокринолог, офтальмолог – бригадалар ошо табиптарҙан тора. Махсус белгестәрҙең урындарҙа ҡабул итеүе күп сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға, тимәк, уны оҙаҡҡа һуҙмайынса дауаларға булышлыҡ итә.