0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 12:34
“Төньяҡ ағым-2” газ үткәргесе ҡасан сафҡа инер?
#ВладимирПутинРәсәй “Төньяҡ ағым-2” газ үткәргесен сит ил инвесторҙарынан тыш та төҙөп бөтөрә ала, тик проектты тамамлау ваҡыты бер аҙ кисектереләсәк, шулай ҙа йыл аҙағынаса йә киләһе йылдың тәүге кварталында эш тамамланасаҡ һәм газ үткәргесе эшләй башлаясаҡ, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән һөйләшеүҙән һуң.
#ВладимирПутин
Рәсәй “Төньяҡ ағым-2” газ үткәргесен сит ил инвесторҙарынан тыш та төҙөп бөтөрә ала, тик проектты тамамлау ваҡыты бер аҙ кисектереләсәк, шулай ҙа йыл аҙағынаса йә киләһе йылдың тәүге кварталында эш тамамланасаҡ һәм газ үткәргесе эшләй башлаясаҡ, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән һөйләшеүҙән һуң.
Меркель дә газ үткәргесе төҙөү эшен аҙағына еткереү кәрәклеген әйтте. “Был бик мөһим проект. Экстерриториаль санкцияларҙы дөрөҫ тип һанамайбыҙ, шуға ла элеккесә был проект яҡлыбыҙ”, – тине ул.
Ике ил етәксеһенең осрашыуы 11 ғинуарҙа үтте.
Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.
Автор:
Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы