“300 йыл тирәһе элек булдырылған Рәсәй прокуратураһы бөгөн дә үҙенең бурысына тоғро ҡала – закондар юғарылығын өҫтөн ҡуйып, граждандар һәм дәүләтебеҙ мәнфәғәттәре һағында ныҡлы тора”, – тип билдәләй Президент.
“Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығына, шәхсән намыҫлылығына илдәге законлылыҡ, тәртип, кешеләрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарына ышанысы бәйле”, – тиелә ил башлығы ҡотлауында. Иң яҡшы традицияларға таяныу, илебеҙ алдындағы бурысҡа, йәмәғәт именлеген һаҡлауға тоғролоҡ артабан да прокуратура хеҙмәткәрҙәренә улар алдында торған мөһим эштәрҙе лайыҡлы үтәргә ярҙам итер, тигән ышаныс белдерә Владимир Путин.