#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Үткән йылдың аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәғариф өлкәһендә гранты тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, белем биреү эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн 1 миллион һумлыҡ 20 грант булдырыла.
Грант уҡыу йылы аҙағында республиканың иң яҡшы белем биреү ойошмаларына тапшырыла. Күрһәтелгән суммаға 10 ҡала һәм 10 ауыл мәктәбе дәғүә итә ала. Положениеға ярашлы, һайлап алыу конкурсы шарттары юғары талаптар ҡуя. Атап әйткәндә, уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында Рәсәй һәм республика конкурстары, олимпиадалары еңеүселәре, коллективта йәш уҡытыусылар нисбәте һәм башҡа бик күп күрһәткестәр иҫәпкә алына. Дәғүәселәргә шулай уҡ үтә лә мөһим талап ҡуйыла – башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балалар һанының юғары булыуы.
Гранттар биреү тәртибен билдәләү республика хөкүмәтенә йөкмәтелгән. Был сара “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерәсәк.